+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
7 Август 2022, 10:30

Күңелле саралар үтте

Быйыл «Йәй һәм китап –2022» ҡала конкурсында 30-сы, 34-се, 42-се һәм беҙҙең 47-се балалар китапханаһы бер команда булып ҡатнаша.

Күңелле саралар үтте
Күңелле саралар үтте

Ә командабыҙҙың исеме «Донья тирәләй 80 көндә» тип атала. Конкурс Жюль Габриэль Верндың мажаралы әҙәбиәтенә, фәнни фантастикаһына арналған.

Һаналып киткән балалар китапханалары менән бергә балалар өсөн төрлө саралар ойошторабыҙ. Мәҫәлән, 56-сы гимназияла команда ағзалары йыйылышып «Өйрөлтмәк» исемле  интеллектуаль  спорт ярышы үткәрҙек. Бында малайҙар һәм ҡыҙҙар командаға бүленеп ҡыҙыҡлы уйындарҙа, «Бөтә һөнәр ҙә кәрәкле» тигән уйын-викторинала ҡатнашты.
Ә 30-сы моделле балалар китапханаһында «Донья тирәләй 80 көндә» команда ағзалары тағы ла осрашып, «Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел» исемле уйын һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙек. Унда малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән елпеүестәр, ус формаһында открыткалар, кәрзиндәр яһаны. Шулай уҡ асфальтҡа төҫлө аҡбурҙар менән һүрәт төшөрөп, китапхананың тирә-яғын йәмләне.

Бергәләшеп үткәргән саралар бик күңелле һәм дәртле уҙа. Балаларға ла бик оҡшай.


Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы.

Күңелле саралар үтте
Күңелле саралар үтте
Күңелле саралар үтте
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: