+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
8 Август 2022, 11:10

Рәсәй халыҡтарының китаптарын уҡыныҡ

Китапханабыҙға килгән кескәй дуҫтарыбыҙға күп милләтле илебеҙ, унда йәшәгән һәр халыҡтың үҙенә генә хас йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте, тарихы барлығы хаҡында һөйләнек. 

Рәсәй халыҡтарының китаптарын уҡыныҡ
Рәсәй халыҡтарының китаптарын уҡыныҡ

Илебеҙ халҡы - оло бер ғаилә кеүек. Төрлө милләттән булһалар ҙа һәр береһе үҙенең "россиян" булыуынан ғорурлана, берҙәм, татыу йәшәй.

Балалар Рәсәй халыҡтарының әҙәбиәте менән дә ихлас танышты, ҡысҡырып әкиәттәр, хикәйәләр уҡыны. Аҙаҡтан уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрҙөләр, үҙҙәре лә әкиәт яҙып ҡаранылар.

Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы, 47-се моделле балалар китапханаһы.

Рәсәй халыҡтарының китаптарын уҡыныҡ
Рәсәй халыҡтарының китаптарын уҡыныҡ
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: