-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
10 Август 2022, 15:50

Ҡағыҙҙан — бал ҡорттары

Өфөләге 47-се моделле балалар китапханаһында кескәй дуҫтарыбыҙ менән умартасылыҡ донъяһына сәйәхәт ҡылдыҡ.

Ҡағыҙҙан  —  бал ҡорттары
Ҡағыҙҙан — бал ҡорттары

Башҡорттарҙың боронғо был кәсебе менән балалар ихлас танышты, китапханасыларҙың бал ҡорттары тураһында төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләүен дә ихлас тыңланы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.

Аҙаҡтан күмәкләшеп ҡағыҙҙан башҡорт бал ҡорттарын эшләнек. Оҫталыҡ дәресен айырыуса оҡшатты ҡыҙҙар һәм малайҙар.

Айгөл РӘХИМОВА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы, 47-се моделле балалар китапханаһы.

 

Ҡағыҙҙан  —  бал ҡорттары
Ҡағыҙҙан  —  бал ҡорттары
Ҡағыҙҙан — бал ҡорттары
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: