+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
11 Август 2022, 13:15

Йәйен дә китап уҡыйбыҙ

"Йәй һәм китап - 2022" йәйге ҡала конкурсы сиктәрендә Өфөләге 22-се моделле балалар китапханаһында "Йәйен уҡы!" тип аталған әҙәби сара үтте. Ул француз яҙыусыһы Жюль Габрие́ль Верн әҫәрҙәренә бағышланды.

Йәйен дә китап уҡыйбыҙ
Йәйен дә китап уҡыйбыҙ

Әҙәби сәйәхәтебеҙ яҙыусының  китаптарына, тормош юлына байҡау яһау менән башланып китте. Шунан уҡыусылар әҫәрҙәргә арналған викторинала ҡатнашты, "Китапты таны!" исемле электрон пазл йыйҙы, китаптар хаҡында әңгәмә ҡорҙо.

Фәһемле сара барыһына ла оҡшаны.

Зөлфиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Өфө ҡалаһы, 22-се моделле балалар китапханаһы мөдире.

Йәйен дә китап уҡыйбыҙ
Йәйен дә китап уҡыйбыҙ
Йәйен дә китап уҡыйбыҙ
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: