+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
16 Август 2022, 10:25

Сәйәхәткә әйҙәй китаптар

Китап — үҙе бер донъя. Уның менән дуҫ булһаң, ҡайҙарға ғына сәйәхәт ҡылмайһың да, ниндәй генә асыштар яһамайһың. Ул һине йылы яҡ илдәргә лә әйҙәй, ай менән бергә тауҙар иленә сәйәхәт тә яһата, боронғо замандарға ла алып ҡайта, киләсәккә лә илтә.

Сәйәхәткә әйҙәй китаптар
Сәйәхәткә әйҙәй китаптар

Өфөләге 38-се моделле балалар китапханаһында кескәй дуҫтарыбыҙ менән "Бөтмәҫ сәйәхәт" исемле китаптар күргәҙмәһе янында мауыҡтырғыс сәйәхәт ҡылдыҡ. Балалар һәр китап менән ентекләп танышты, бирелеп тыңланы, үҙҙәрен әҫәрҙәге геройҙар йәшәгән донъяға барып эләккәндәй хис иттеләр.

"Йәйҙең асҡысы" викторинаһын да уңышлы үттеләр. Күргәҙмәләге китап-журналдарҙы уҡырға, тип өйҙәренә лә алып ҡайтып китта балалар. 

Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА.

Өфө ҡалаһы, 38-се моделле балалар китапханаһы.

Сәйәхәткә әйҙәй китаптар
Сәйәхәткә әйҙәй китаптар
Сәйәхәткә әйҙәй китаптар
Сәйәхәткә әйҙәй китаптар
Сәйәхәткә әйҙәй китаптар
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: