+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
17 Август 2022, 15:10

Каникулды — китап менән!

Дуҫтар, һеҙ китап уҡырға яратаһығыҙмы? Ә бына Бөрйән районының Әтек ауылы балалары ныҡ ярата. Улар хатта китапты йылға буйында ла уҡый.

Каникулды — китап менән!
Каникулды — китап менән!

Әтек ауылы китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Ҡана йылғаһы буйында күсмә китапхана ойошторғас, ҡыҙҙар һәм малайҙар бик теләп килгән. Тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял иткән, күңел асҡан балалар. Күмәкләшеп төрлө уйындар уйнағандар, йомаҡтар ҡойғандар, шиғырҙар уҡығандар. Ә һуңынан һәр кем үҙенә оҡшаған китапты һайлап алған. 

Бына шулай каникулды ла китап менән үткәрә әтектәр. Вәт, афариндар!

Фото һәм мәғлүмәт: vk.com

Каникулды — китап менән!
Каникулды — китап менән!
Каникулды — китап менән!
Каникулды — китап менән!
Каникулды — китап менән!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: