+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
17 Август 2022, 11:30

"Насар ғәҙәттәрҙе ташла, сәләмәт тормошто һайла!"

Өфөләге 38-се моделле балалар китапханаһында ошондай девиз аҫтында иҫкәртеү акцияһы үтте.

"Насар ғәҙәттәрҙе ташла, сәләмәт тормошто һайла!"
"Насар ғәҙәттәрҙе ташла, сәләмәт тормошто һайла!"

Китап уҡыусыларына эскелек, наркомания хаҡын:да һөйләнек, һәр кешенең насар ғәҙәттәрҙе үҙ итеү мөмкинлеге барлығын, уларға ылығып китеү ныҡ еңел, ә ҡотолоу ауыр икәнен аңлатырға тырыштыҡ. Балалар шулай уҡ ниндәй ғәҙәттәрҙең яман, ҡайһыларының яҡшы булыуын белде. Ни өсөн кешеләрҙең тиҙ генә насар юлға баҫып барыуының сәбәптәре, уның эҙемтәләре хаҡында әңгәмәгә лә теләп ҡушылды ҡыҙҙар һәм малайҙар. 

Китапханасылар сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған буклеттар ҙа әҙерләгәйне. Уларҙы балаларға, атай-әсәйҙәргә тараттылар.

Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА.

Өфө ҡалаһы, 38-се моделле балалар китапханаһы.

"Насар ғәҙәттәрҙе ташла, сәләмәт тормошто һайла!"
"Насар ғәҙәттәрҙе ташла, сәләмәт тормошто һайла!"
"Насар ғәҙәттәрҙе ташла, сәләмәт тормошто һайла!"
"Насар ғәҙәттәрҙе ташла, сәләмәт тормошто һайла!"
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: