

Ошо уңайҙан Өфөләге 38-се моделле балалар китапханаһында "Рәсәйҙең дәүләт флагы" исемле акция үткәрҙек. Китап уҡыусыларыбыҙҙы дәүләт символдары менән таныштырҙыҡ, "Рәсәй — минең Ватаным" тигән викторина ла ойошторҙоҡ. Ә оҫталыҡ дәресендә балалар үҙ ҡулдары менән Рәсәй флагын яһаны.
Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА.
Өфө ҡалаһы, 38-се моделле балалар китапханаһы.