+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
27 Август 2022, 12:45

"Хазина" артынан...

Бөрйән районы Әтек ауылы китапханаһы хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн күңелле квест-уйын ойошторған. Балалар Ҡана йылғаһы буйында күмәкләшеп "хазина" эҙләгәндәр.

"Хазина" артынан...
"Хазина" артынан...

Ә уны табыу өсөн ниндәй генә һынауҙар аша үтергә тура килмәгән үҙҙәренә. Ребус,кроссвордтар ҙа сискәндәр, лабиринт аша ла үткәндәр, хәрефтәрҙән һүҙҙәр ҙә төҙөгәндәр. Һынауҙарҙы уңышлы үткәс кенә "хазина" тулы һандыҡты эҙләп таба алған балалар. Шунан күмәкләшеп уның эсендәге тәмлекәстәр менән һыйланғандар.

Күңелле, мауыҡтырғыс квест барыһына ла оҡшаған.

Сығанаҡ һәм фотолар: vk.com

 

"Хазина" артынан...
"Хазина" артынан...
"Хазина" артынан...
"Хазина" артынан...
"Хазина" артынан...
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: