+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
3 Сентябрь 2022, 11:10

"Мәктәп тураһында шиғырҙар уҡыйбыҙ"

Белем көнөндә Өфөләге 47-се моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре китап уҡыусылары өсөн "Мәктәп тураһында шиғырҙар уҡыйбыҙ" исемле акция ойошторҙо.

"Мәктәп тураһында шиғырҙар уҡыйбыҙ"
"Мәктәп тураһында шиғырҙар уҡыйбыҙ"

Балаларға күңелле мәктәп хәлдәре, мәктәп тормошо тураһындағы, шулай уҡ уҡыу программаһына ҡараған төрлө йүнәлешле энциклопедиялар йыйылған китаптар күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Һәр кем күңеленә хуш килгәнен таба алды. Акцияға ярашлы мәктәпкә арналған шиғырҙар ҙа уҡыныҡ.

Фәһемле, мәғлүмәтле сара барыһына ла оҡшаны.

Айгөл ЙӘҺҮҘИНА.

 

"Мәктәп тураһында шиғырҙар уҡыйбыҙ"
"Мәктәп тураһында шиғырҙар уҡыйбыҙ"
"Мәктәп тураһында шиғырҙар уҡыйбыҙ"
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: