+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
17 Сентябрь 2022, 11:30

Матурлыҡ көнө

Баймаҡ районы Ишмырҙа ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре кескәй ҡыҙҙарға Матурлыҡ көнө үткәргән.

Матурлыҡ көнө
Матурлыҡ көнө

– Нимә ул матурлыҡ? Һәр кем быны үҙенсә аңлай һәм ҡабул итәлер, моғайын. Кҽмдҽр матурлыҡты – затлы әйбҽрҙәрҙә, ҡупшы кҽйҽмдәрҙә күрһә, бәғзҽләр уны ябай төшөнсәләрҙә күрә. Йылдар үтҽү менән уға ҡарата ҡараш та үҙгәрә. Ә ҡайһы бҽр һөнәр эйәләрҽ матурлыҡты тыуҙырыу йүнәлҽшҽндә эшләй һәм ижад итә, – ти китапхана хеҙмәткәрҙәре.
 Китапхана хеҙмәткәрҙәре  матурлыҡ тыуҙырыусы, тәмле торт бешереү оҫтаһы Линара Нәғәмәтованы оҫталыҡ дәрҽсҽнә саҡырған. Оҫтабикә апайҙары  ҡыҙҙарға телде йоторлоҡ тәмлҽ итеп торт бҽшҽрҽү сҽрҙәрҽнә өйрәткән. Үҙе әйтмешләй, күңел һалып бешергән һәр тәмлекәс – үҙе бер ижади илһам, матурлыҡ донъяһы!

Ҡыҙҙарға  Ленара апайҙары әҙерләгән торт бик оҡшаған. Ҡыҙҙар торт бешереүҙең күп серенә төшөнгән. Бик  файҙалы дәрес алған бәләкәй ишмырҙалар. Афарин!

Сығанаҡ һәм фото:  vk.com

Матурлыҡ көнө
Матурлыҡ көнө
Матурлыҡ көнө
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: