+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
27 Октябрь 2022, 14:15

Баймаҡта – “Икмәк бөтәһенә лә баш” исемле сара

Баймаҡ балалар моделле китапханаһында “Өс таған” ғаилә клубы ағзалары менән “Икмәк бөтәһенә лә баш” исемле кисә үткән. Был сараның төп ҡунағы ҡаланың “Ҡамыр батыр” икмәк бешереү цехы етәксеһе Ильяс Фәрит улы Тайбугин булған.

Ильяс Фәрит улы уҡыусылар менән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмә ҡорған. Ул үҙенең бала саҡ хыялдары менән бүлешеп, икмәк бешереү серҙәренең быуындан быуынға күсеп килеүе тураһында һөйләгән. Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡлы һорауҙарына яуап биргән. Был сара балаларға ныҡ оҡшаған. Улар үҙҙәренә бик бай һәм файҙалы мәғлүмәт туплаған. Ошо матур сара хаҡында тулыһынса https://baimaklibdo.ru/ һылтанмаһына инеп уҡырға мөмкин.

Сығанаҡ һәм фото: baimaklibdo.ru

Баймаҡта – “Икмәк бөтәһенә лә баш” исемле сара
Баймаҡта – “Икмәк бөтәһенә лә баш” исемле сара
Баймаҡта – “Икмәк бөтәһенә лә баш” исемле сара
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: