+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
1 Ноябрь 2022, 09:25

Мостайҙы иҫкә алып

Гимназиябыҙҙа яҙыусылар ижадына арналған саралар уҙып тора. Бына әле бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 103 йыл тулыу айҡанлы V «А» һәм VIII «А» синыфтары менән әҙәби кисә үткәрҙек. Ул «Мостай Кәрим – шағир, яҙыу­сы, фронтовик» тип аталды.

Мостайҙы иҫкә алып
Мостайҙы иҫкә алып

Балалар тәүҙә әҙиптең биографияһы, ижады менән танышып сыҡты. Улар шулай уҡ шағир һүҙҙәренә ижад ителгән «Уҡытыусыма», «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» йырҙарын тыңланы.
Быйыл гимназиябыҙ китапханаһы Мос­тай ағайҙың билдәле «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китаптары менән тулыланғайны. Ҡыҙҙар, малайҙар шул әҫәрҙәрҙән өҙөктәр уҡыны, алдан ҡараған «Һеңлекәш» фильмы буйынса матур әңгәмә ҡорҙо, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Был көнгә арнап «Мостай беҙҙең менән бергә» тигән китаптар күргәҙмәһе лә ойошторҙоҡ.

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, педагог-китапханасы.
Өфө ҡалаһы,
Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы.

Мостайҙы иҫкә алып
Мостайҙы иҫкә алып
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: