+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
2 Ноябрь 2022, 14:35

Беренселәр — китапханала

Йыл һайын белем донъяһына тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан беренсе синыф уҡыусыларын китапханабыҙға сәйәхәткә саҡырыу инде матур йолаға әүерелгән. Күптән түгел  Рәсәй Геройы А.А. Сафронов исемендәге 78-се мәктәптең I "Б" синыфында уҡыған ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа китап донъяһы менән танышыу маҡсатында беҙгә ҡунаҡҡа килде. 

Улар китапхана тәртибе, китап менән нисек дөрөҫ эш итеү ҡағиҙәләре менән танышты, оло хазинаға тиң булған китаптарҙың барлыҡҡа килеү тарихын белде. 

Кескәй дуҫтарыбыҙға абонемент нимә булыуын аңлаттыҡ, уҡыу залын күрһәттек, шулай уҡ китаптарҙың кәштәләрҙә ниндәй тәртиптә һаҡланыуын, үҙеңә кәрәкле китапты нисек тиҙ генә табырға кәрәклеген өйрәттек. 

Китапханаға сәйәхәтебеҙ "Яратҡан әкиәттәр буйлап" тип аталған мауыҡтырғыс викторина менән тамамланды.

Фидәлиә КӘРИМОВА.

Өфө ҡалаһы, 47-се моделлы балалар китапханаһы.

Беренселәр  — китапханала
Беренселәр — китапханала
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: