+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
3 Ноябрь 2022, 10:35

Китапһыҙ — донъя йәмһеҙ

Китап – белем шишмәһе, тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Эйе, элек барса халыҡ яңы баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәрҙе, китаптарҙы һағынып көтөп алһа, бөгөн иһә, интернет булғас, гаджеттар аша ла төрлө-төрлө әҫәрҙәр уҡыу мөмкинлеге бар. Ә миңә ҡалһа, китапхананан китап алып уҡыу яҡшыраҡ, тип һанайым. Сибай интернат-гимназияһы китапханаһының етәксеһе нисек уйлай, ниндәй яңылыҡтар бар икән, тип Гөлсинә Азамат ҡыҙы Нәүширбанова янына юлландым.

– Китапханаға уҡыусылар йөрөйҙәрме? Улар ниндәй әҫәрҙәргә өҫтөнлөк бирә?
– Беҙҙән кеше өҙөлгәне юҡ. Күпселек уҡыусылар художестволы әҙәбиәт, фэнтези, психология менән ҡыҙыҡһына. Баш­ҡорт әҙәбиәте буйынса программаға ярашлы әҫәрҙәрҙе уҡый­ҙар.
– Беҙҙең китапхана заманса эшләй, тиһегеҙ, ошоға аңлатма биреп үтһәгеҙ ине?
– 2016 – 2020 йылдарҙағы Мәғарифты үҫтереү буйынса федераль маҡсатлы программаға ярашлы, беҙҙең Сибай интернат-гимназияһы конкурста еңеү яулап, планшет, компьютерҙар, яңы сыҡҡан китаптар алынды. Тағы ла һәр уҡыусыға электрон формуляр һәм китап уҡыу картаһы астыҡ. Шәхси кабинет аша күҙәтеп барырға ла була. Бының өсөн яңы «Аверс» программаһы булдырылған. Китапханала төрлө фән уҡытыусылары дәрестәр ҙә үткәрә, фәнни-эҙләнеү эштәре буйынса конкурс-конференцияларҙа ҡатнашыу өсөн әҙерлек курстары ойошторола. Электрон һүҙлектәр ҙә бар, уҡыусыларға эҙләнеү эшендә бик уңайлы.
– Һеҙҙеңсә, ни өсөн китап менән дуҫ булыу кәрәк?
– Китап уҡыу телде байыта, хәтерҙе яҡшырта, мәҙәнилекте үҫтерә. Уның бәҫе, мәртәбәһе юғалмай. Ҡулдан-ҡулға, сират көтөп уҡылған китаптарҙың да булыуы һөйөндөрә. Китап — белем шишмәһе. Ул һәр кешегә хеҙмәттә булыша, тормошто танып белергә, үҫергә һәм аңды байытырға мөмкинлек бирә. «Китап кешене ғаләмдең хуҗаһы итә», — тип Пётр Павленко юҡҡа әйтмәгән бит. Ниндәй хаҡ һүҙҙәр!
– Әңгәмә өсөн рәхмәт! Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Альбина ФӘХРИСЛАМОВА, IX cиныф уҡыусыһы.
Сибай интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: