+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
11 Декабрь 2022, 15:15

Рәссам менән осрашыу

Үҙебеҙҙең балалар китапханаһында рәссам Ульяна Каледина менән осрашыу үткәрҙек. Унда 122-се башҡорт гимназияһының VIII синыф уҡыусылары ла ҡатнашты.Ульяна Александровна үҙенең картиналарында тыуған яҡтың тәбиғәтен, тарихи урындарҙы һынландырған.

Рәссам менән осрашыу
Рәссам менән осрашыу

– Мин үҙ һөнәремде ныҡ яратам. Һүрәт төшөрөү – эшем дә, йәшәүгә көс биреүсе илһам сығанағым да. Дизайнер, архитектор, модельер, декорациялар һәм костюмдар буйынса рәссам булһынмы – барыһы ла тормошта берҙәй кәрәкле, – тине ул үҙ сығышында.
Ҡунағыбыҙ уҡыусыларҙы үҙе ижад иткән картиналар менән таныштыр­ҙы, рәссамдың эш ҡоралдары, һынлы сән­ғәт хаҡында һөйләне.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алып та ҡыуанды.
Матурлыҡҡа ғашиҡ рәссам менән осрашыу һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер, моғайын.

Айгөл ЙӘҺҮҘИНА,
китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 47-се моделле балалар китапханаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: