+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
15 Декабрь 2022, 09:35

"Беренсе тапҡыр — китапханаға"

Беҙҙең Тәлғәт Рахманов исемендәге мәктәптең I «Б» синыфы уҡыусылары өсөн ошондай исем менән райондың моделле китапханаһына сәйәхәт ойош­тор­ҙоҡ.

Кескәйҙәр мауыҡтырғыс китаптар донъяһы менән танышты, китапханала үҙеңде нисек тоторға, китаптар менән нисек эш итергә кәрәклеге хаҡында мәғлүмәт алды. Уларға был сәйәхәт ныҡ оҡшаны.
Хәҙер ҡыҙҙар һәм малайҙар абонемент, уҡыу залы, формуляр һүҙҙәренең нимә аңлатыуын, һәр китаптың үҙ урыны булыуын, уларҙың ниндәй тәртиптә урынлашыуын яҡшы белә.
Китапханасылар балаларға йомаҡтар ҙа ҡойҙо, «Әкиәт герой­ҙарын беләһеңме?» тигән викторина ла үткәрҙе.
Китаптарҙың йәйелмәлеләрен, иң ҙурҙарын һәм иң бәләкәй­ҙәрен айырыуса оҡшатты уҡыусылар. Балалар өсөн сыҡҡан матур-матур гәзит-журналдар менән дә таныштылар.
Китап донъяһына мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла сәйәхәт ойошторған китапхана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең беренселәр ҙә киләсәктә китапхананың иң яҡын дуҫтарына әүерелеп, иң әүҙем китап уҡыусылары булып китер әле.

Эльвира ТАРАНЕНКО, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге Тәлғәт Рахманов исемендәге мәктәп.

"Беренсе тапҡыр —  китапханаға"
"Беренсе тапҡыр — китапханаға"
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: