+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
27 Декабрь 2022, 17:10

Изге теләктәр шыршыһы

Өфөләге 22-се "Хыял" моделле балалар китапханаһында "Изге теләктәр шыршыһы" исемле оҫталыҡ дәресе үткәрҙек.

Изге теләктәр шыршыһы
Изге теләктәр шыршыһы

Балалар үҙ ҡулдары менән шыршылы асылмалар эшләне, уларҙы төрлө төҫлө шарҙар, йондоҙҙар, ялтырауыҡтар менән биҙәнеләр. Эш барышында Яңы йыл байрамына нисек әҙерләнеүҙәре, ниндәй мөғжизә көтөүҙәре тураһында һөйләштек, байрамға арналған йырҙар йырланыҡ.

Кескәй китап уҡыусыларыбыҙ асылмаларға матур-матур теләктәрен дә яҙҙы. Мәҫәлән, Ангелина барыһына ла - бәхет, Настя тыныслыҡ һәм мөхәббәт теләгән. Мария әсәһенә - һаулыҡ, Серёжа Ҡыш бабайҙың өләсәһенә телефон бүләк итеүен һорап яҙған. Әлегә хәреф танымаған бәләкәй Рафаэль микроскоп һәм йөрәк төшөргән.

Мөғжизәле, серле байрамда балаларҙың яҡты хыялдары тормошҡа ашыр әле!

Зөлфиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, китапхана мөдире.

Өфө ҡалаһы, 22-се моделле балалар китапханаһы.

 

Изге теләктәр шыршыһы
Изге теләктәр шыршыһы
Изге теләктәр шыршыһы
Изге теләктәр шыршыһы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: