+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
30 Ғинуар 2023, 16:20

Тарихи сәғәт үтте

Өфөләге 47-се моделле балалар китапханаһында «Ленинград блокадаһы. 08.09.1941 – 27.01.1944» исемле тарихи сәғәт үтте.

Тарихи сәғәт үтте
Тарихи сәғәт үтте

Китапхана уҡыусылары ҡаһарманлыҡ, сыҙамлылыҡ һәм илһөйәрлек эпопеяһы тураһында белде. Ленинград 900 көнгә яҡын ҡамауҙа ҡала. 2023 йылдың 27 ғинуарында ошо ваҡиғаға 79 йыл тула.

Йәш китап уҡыусылар ошо  ваҡыт хроникаһының документаль кадрҙарын ҡараны, блокадалы Ленинградта балалар һәм өлкәндәр кисергән ауыр һынауҙар тураһында белде. Балалар бәләкәс ҡыҙҙың, Таня Савичеваның, яҙмышын айырыуса тетрәнеп ҡабул итте. Уның көндәлеге Бөйөк Ватан һуғышы символдарының береһе булды.

Шулай уҡ уҡыусылар Н. Ходзаның «Тормош юлы», В.Воскобойниковтың «900 көн буйы батырлыҡ », В. Зубаковтың «Ленинград – герой-ҡала» әҫәрҙәре менән танышты, уларҙан Ленинград халҡының ҡаһарманлығы һәм сыҙамлылығы, Ладога күлендәге «Ғүмер юлы»  тураһында ла белде.

Батырлыҡ сәғәте ошо ҡот осҡос блокада ваҡытында һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыу менән тамамланды.

 

Любовь ОСНАЧ, китапхана мөдире.

Өфө ҡалаһы.

Тарихи сәғәт үтте
Тарихи сәғәт үтте
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: