+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
1 Февраль 2023, 13:35

Ҙур һуғыштың бәләкәй геройҙары

Өфөләге 47-се моделле балалар китапханаһының уҡыу залында ошондай исем менән Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ололар менән бер рәттән халҡыбыҙҙың фашистик Германияны еңеү көнөн яҡынайтҡан Өфө балаларына арналған  хәтер дәресе үтте.

Ҙур һуғыштың бәләкәй геройҙары
Ҙур һуғыштың бәләкәй геройҙары

Сарала VI синыф уҡыусылары ҡатнашты. Улар иғтибарына һуғыш балалары тураһында слайд-презентация тәҡдим иттек. Илебеҙ өсөн ни тиклем ауыр ваҡытта балаларҙың Өфө мәктәптәрендә нисек уҡыуын, ололарға уңыш йыйыуҙа нисек ярҙам иттеүен белделәр. Һуғыш балаларының заводтарҙа станоктар артына баҫҡаны, яраланған яугирҙарға госпиталдәрҙә ярҙам итеүе тураһында ла мәғлүмәттәр бирелде.

Уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында атаһы һәм өлкән ағалары янында яугирҙар сафына баҫҡан пионерҙар-геройҙар хаҡында ла һөйләнек.

Дәрес аҙағында уҡыусылар һуғыш геройҙарына арналған «Бала саҡ һәм һуғыш бергә булды» китап күргәҙмәһе менән танышты. Дмитрий Прониндың «Герой пионерҙар тураһында тарихтар: Зина Портнова», Анна Печерскаяның «Бөйөк Ватан һуғышының йәш геройҙары» һәм башҡа китаптары барлығын белде.

Фидәлиә КӘРИМОВА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: