+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
9 Февраль 2023, 11:55

Күңелле сара үтте

Бөтә донъя уйлап табыусы балалар көнөндә Өфөләге 47-се моделле балалар китапханаһында белем донъяһының ғәҙәти булмаған мөхите хөкөм һөрҙө.  Был сараның хужалары - уҡыусылар үҙҙәре ине.

Күңелле сара үтте
Күңелле сара үтте

Китап уҡыусыларын брайль шрифты (һуҡырҙар өсөн шрифт), таяҡта туңдырылған емеш-еләк, ҡаргиҙәр һәм башҡа күп нәмәләрҙең барлыҡҡа килеүе тарихы хайран ҡалдырҙы.

Ҡыҙҙар һәм малайҙар өс командаға бүленеп, һәр команда төрлө фәндәргә (химия, физика, математика, археология һәм география) ҡунаҡҡа юлланды. Унда балаларҙы төрлө эштәр һәм асыштар көтә ине. Барыһы ла интеллектуаль уйындарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнашты. «Бөтәһен дә белергә теләйем!", «Рәсәй фәне эшмәкәрҙәре» викториналары һорауҙарына яуап бирҙеләр, математик мәсьәләләр систеләр, физик-химик тәжрибәләрҙә ҡатнаштылар. Тәжрибә ҡунаҡтарыбыҙҙа сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Айгөл РӘХИМОВА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы.

Күңелле сара үтте
Күңелле сара үтте
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: