

Балаларға ҡоштар өсөн тағараҡтар эшләргә тәҡдим иттек. Улар бик ҡыҙыҡлы һәм матур килеп сыҡты: пластиктан, матур биҙәлгән ҡумталарҙан эшләнеләр.
Китап уҡыусыларына ҡышҡыһын ҡанатлы дуҫтарыбыҙға аҙыҡ табыуы нисек ауыр,ҡатмарлы булыуы тураһында һөйләнек. Балаларға ҡоштарға был һыуыҡ һәм аслыҡ осорон кисерергә ярҙам итеү кәрәклеген дә аңлаттыҡ.
Тағараҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡоштар өсөн ашханалар оҫтаханаһы ла булды. Шулай уҡ балалар ҡышлаусы ҡоштар темаһына һүрәттәр төшөрҙө. Уҡыусылар үҙ тағараҡтарын йорт эргәләрендәге ағастарға элде. Хәҙер балалар ҡоштарҙың ас ҡалмаясағына ҡыуана инде.
Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.