

Иң тәүҙә балаларҙы Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҙәбиәт донъяһы менән таныштырҙыҡ. «Һуғыш мәлдәре — китап хәтерендә» тигән темаға фекер алыштыҡ, китаптарға күҙәтеү үткәрҙек. Уҡыусылар урыҫ яҙыусыларының иң яҡшы әҫәрҙәре менән танышты. Яҙыусы-фронтовиктарға арналған "Ҡаһарманлыҡ тураһында китаптар уҡыйбыҙ"исемле китаптар күргәҙмәһе, «Китаптар һуғыш тураһында беҙгә иҫләтә» видео-презентацияһын да тәҡдим иттек.
Сара аҙағында һигеҙенселәрҙең уҡытыусылары матур осрашыу өсөн рәхмәт әйтте, хәҙерге быуынға ғүмер бүләк иткән ватандаштарыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡында хәтерҙе юғалтмаҫ өсөн һуғыш тураһындағы китаптарҙы бала саҡтан уҡ уҡырға кәрәклеген онотмаҫҡа саҡырҙы.
Фидәлиә Кәримова, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.