

Балалар 2023 йылда Башҡортостанда бер нисә һайлау кампанияһы уҙасағын белде. Мәҫәлән, 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттарын, шулай уҡ ҡала һәм ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайлауы.
Буласаҡ һайлаусылар Рәсәй Федерацияһының һайлауҙар тураһындағы ҡануниәте һәм һайлау кампанияһын үткәреү тәртибе менән танышты. Илебеҙҙең киләсәге, барыһына ла һәм һәр береһенә йоғонто яһаған закондарҙы ҡабул итеүселәр өсөн тауыш биреү уларҙың ҡулында булыуы хаҡында һөйләнек. Балалар һайлау хоҡуғы тарихына байҡау яһаны.
Сара һуңында ҡатнашыусыларға «Һеҙҙең һайлау-һеҙҙең хоҡуҡ!» исемле буклеттар таратылды.
Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.