

Арсен ете йәшенән һүрәт төшөрә. Улының талантын күреп, ата-әсәһе малайҙы Ульяна Александровна Калединанын етәкселегендәге «Майлы рәсем» оҫтаханаһына алып килә. Ул малайҙы һүрәт төшөрөү техникаһы нигеҙҙәренә өйрәтә.
Арсендың һүрәттәре майлы буяуҙар менән эшләнгән, улар күҙҙең яуын ала, шул тиклем оҫта төшөргән! Томан болоттарында тауҙар, ҡояш нурҙары менән яҡтыртылған йорт, натюрморттар... Нимәне генә һынландырмаған ул!
Күргәҙмә йәш рәссамдың яңы эштәре менән тулыланып торасаҡ. Тырышлыҡ һәм теүәллек кеүек күркәм сифаттарға эйә булған Арсен һынлы сәнғәттең тылсымлы донъяһына, уның тауыштарына һәм буяуҙарына теләгән һәр бер кешене сумырға саҡыра.
Фидәлиә КӘРИМОВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.