

Аҙналыҡ Халыҡ-ара балалар китабы көнө алдынан (2 апрель) балалар өсөн китап уҡыуҙы, китаптарҙы пропагандалау һәм билдәле балалар яҙыусыларының ижадын популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Быйыл ул Өфөлә «Китап. Ваҡыт. Беҙ.» исемле мәғарифҡа булышлыҡ итеү акцияһы менән бергә асылды.
«Китап уҡыусыларҙан ҡотлау» акцияһының маҡсаты - китап уҡыуға, китапханаларға иғтибарҙы йәлеп итеү. Балалар бергәләп китап өсөн ҡотлау асылмаларына ҡул ҡуя. Шулай уҡ уҡыусылар командаларға бүленеп, китапханаға арналған ҡотлауҙар менән коллаж төҙөй.
Акция сиктәрендә теләгән һәр кем өсөн әҙәби аттракциондар паркы эшләй, фотосалон асыла. Бәләкәй компьютер генийҙары өсөн «Энтер» медиамөйөшөндә компьютер дуэле ойошторолған. Акция балаларҙа ҡыҙыҡһыныу һәм китап уҡырға, даими рәүештә китапханаға йөрөргә теләк уята.
Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.