+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Өфө ҡәлғәһенең серҙәре

Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы көндәрендә уҡыусылар «Өфө ҡәлғәһенең серҙәре» квесын үтте. Тыуған ҡаланың тарихын парта артында ултырып өйрәнергә йәки китапхананың тере квест-уйынына ҡушылырға мөмкин, унда интеллект, командала эшләү һәләте, аҡыллылыҡ, оҫталыҡ һәм тапҡырлыҡ сағыла.

Өфө ҡәлғәһенең серҙәреӨфө ҡәлғәһенең серҙәре
Өфө ҡәлғәһенең серҙәре

47-се моделле балалар китапханаһында Өфө ҡалаһының 450 йыллығы алдынан ойошторолған тарих-тыуған яҡты өйрәнеү квесы уҙҙы.

Балаларға эштәрҙе аҡыллы Ҡарт Уфимус таратып бирҙе.Ҡатнашыусылар китапхананың төрлө өлөштәрендә урынлашҡан 5 локацияны үтеп, Өфө тарихын һаҡлаусылар кубогын яуланы. Күнегеүҙәр, әлбиттә, Өфө тарихы менән бәйле булды. Ҡайҙалыр викторинаның һорауҙарына яуап бирергә, ҡайҙалыр шиғыр һөйләргә, ә ҡайҙалыр ата-бабаларҙың күҙгә күренмәгән ҡара менән ҡалдырылған хәбәрҙәрен асырға кәрәк ине. Ҡайһы бер урындарҙа балаларҙы боронғо ҡала тарихы буйынса эштәр көтә ине. Ә һуңынан  мумия менән көтөлмәгән осрашыу булды.

Командаларҙа ҡатнашыусылар тәьҫораттары, рәхмәт һүҙҙәре, һоҡланыуҙары менән уртаҡлашты һәм китапхана квестарында артабан ҡатнашырға теләүҙәрен белдерҙе.

Фидәлиә КӘРИМОВА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы.

Өфө ҡәлғәһенең серҙәре
Өфө ҡәлғәһенең серҙәре
Өфө ҡәлғәһенең серҙәре
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас