+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Әҙәби-музыкаль сара үтте

Өфө балалар һәм үҫмерҙәр китабы һәм музыкаһы аҙналығы көндәрендә 47-се моделле балалар китапханаһында Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған «Уҡытыусылар хөрмәтенә» тигән әҙәби-музыкаль сара үтте.

Әҙәби-музыкаль сара үттеӘҙәби-музыкаль сара үтте
Әҙәби-музыкаль сара үтте

Китапхана уҡыусылары уҡытыусыларҙы билдәле әҙәби геройҙар– Митрофанушка, Евгений Онегин, Чичиковтар  һәм Есенин стилендә сәләмләп ҡотланылар. Ҡотлауҙар лирик, матур һәм бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Сараға «Әҙәби микс» исемле музыкаль презентация әҙерләнде.

Китапхананың уҡыу залында «Ҡәҙерле уҡытыусыға» күргәҙмәһе эшләне, унда уҡытыусыларыбыҙҙың бала саҡ китаптары һәм уҡытыусы образын әҙәбиәттә яҡтыртыусы китаптар күрһәтелгән ине.

Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.

Әҙәби-музыкаль сара үтте
Әҙәби-музыкаль сара үтте
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас