+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Китапхана эше йәнле
26 Апрель 2023, 11:35

Китапханала эш гөрләй

Тәбиғәтте һаҡлау – һәр кемдең изге бурысы. Беҙҙең 47-се моделле балалар китапханаһы нисәмә йылдар инде “Шишмә” ғаилә экологияһы үҙәге йүнәлеше буйынса эш алып бара. Тирә–яғыбыҙҙы һаҡлау буйынса төрлө эштәр башҡарабыҙ.

Китапханала эш гөрләйКитапханала эш гөрләй
Китапханала эш гөрләй

Мәҫәлән, йыл һайын китапхана эргәһендәге суп-сарҙы йыябыҙ, ҡоштарға тағараҡтар яһайбыҙ, экологик акциялар үткәрәбеҙ. Быйыл да китапхана баҡсаһында эш гөрләп тора: түтәлдәр ҡаҙылды, сәскә орлоҡтары сәселде. Тиҙҙән беҙ уларҙы китап уҡыусылар менән түтәлдәргә күсереп ултыртабыҙ. Китапханабыҙ гөл-сәскәгә күмелеп ултырасаҡ.

Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас