

Унда Шаҡша биҫтәһендәге 131-се мәктәбенең VIII синыф уҡыусылары саҡырылды. Сараның маҡсаты - үҫмерҙәргә Тыуған ил алдындағы бурыс, үҙ Ватаның өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, тормош өсөн ниндәй аяуһыҙ көрәш барғанын һәм халҡыбыҙҙың еңеүе ни тиклем ауыр булыуын аңларға ярҙам итеү.
Китапханасы уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышы тураһында әҙәбиәт донъяһына үтеп инергә ярҙам итте. «Еңеү прозаһы» тураһында фекер алышыу аша китаптарға күҙәтеү үткәрҙе. Уҡыусылар рус яҙыусыларының иң яҡшы әҫәрҙәре менән танышты. "Һуғыш тураһында китаптар уҡыйбыҙ" исемле китап күргәҙмәһе, фронтовик яҙыусыларға арналған «Пуля менән тишелгән юл» исемле видео-презентация тәҡдим ителде.
Һуғыш тураһында китаптарҙы бала саҡтан уҡ уҡырға кәрәк, сөнки хәҙерге быуынға ғүмер бүләк иткән ватандаштарыбыҙҙың батырлығы тураһында хәтер ептәре юғалырға тейеш түгел.
Фидәлиә КӘРИМОВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.