

Бәйгелә 6 – 17 йәштәрҙәге һәр кем шәхсән йә команда менән ҡатнаша ала. Ул 1 июндән 20 авгусҡа тиклем кесе (6 – 11 йәш) һәм өлкән (12 – 17 йәш) йәш төркөмдәрендә үткәрелә. Был конкурстың төп шарты үҙгәрешһеҙ ҡала – йәй эсендә кәмендә 15 китап уҡырға кәрәк. Шуларҙың 5-әүһе Өфө авторҙарының кесе һәм өлкән йәштәге балалар әҫәре булһын.
Ә «Һинең китапханаң эргәлә!» бәйгеһендә кескәйҙәр һүрәт төшөрөргә тейеш. Юғары синыф уҡыусыларына үҙҙәренең китапханаһы тураһында клип төшөрөргә кәрәк. Ул ниндәй булырға тейеш? Хәҙерге заман китапханаһын нисек күҙ алдына килтерәһең?
Өфө ҡалаһының бөтә китап уҡыусыларын был конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 47-се моделле балалар китапханаһы.