+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Оҫталыҡ дәресендә

Китапханаларға каникул юҡ. Беҙ ҙә «Йәй һәм китап – 2023» конкурсына ҡушылдыҡ. Балалар өсөн төрлө бәйгеләр ойошторабыҙ.

Оҫталыҡ дәресендәОҫталыҡ дәресендә
Оҫталыҡ дәресендә

Бына әле яңыраҡ «Берендей» студияһы етәксеһе Владимир Савельев менән ижади осрашыу үткәрҙек. Унда 5-се лицейҙың «Йәйғор» мәктәп лагерынан «Күбәләктәр» һәм «Татыу балалар» отрядтары саҡырылды. Владимир Фёдорович – ағас­ты семәрләп биҙәү оҫтаһы, балаларға күрһәтеү өсөн бер нисә коллекцияһын килтергәйне. Бигерәк тә Өфө гербындағы һыуһары матур килеп сыҡҡан. Балалар «Өфө», «Ғаилә» тигән йүкә ағасынан эшләнгән ҡалаҡтарын, айыу, Ҡыш бабай һындарын ҡулдарына тотоп-тотоп ҡараны. Эштәре һоҡланғыс ине шул! Оҫта балаларҙың күҙ алдында бәләкәй генә өкө яһап та күрһәтте.
Владимир Савельев уҡыусылар­ҙың һорауҙарына яуап та бирҙе. Уларҙы «Берендей» студияһына килергә саҡырҙы.

Зөлфиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, 22-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас