

Ғәли Соҡорой исемендәге музей мөдире Бәхтегәрәй Сәхибгәрәй улы Арманшин балаларҙы башҡорт ырыуҙарының тарихына сумдырҙы, шәжәрә төҙөү тәртибе менән таныштырҙы.
Шәжәрә төҙөгәндә башланғыс нөктә булып кешенең тыуған урыны һәм уның атамаһы тора, тип аңлатты ул. Теге йәки был осорҙоң административ бүленешен дә иҫәпкә алырға кәрәк икән. Икенсе этап – район архивына барып мәғлүмәт алыу. Өсөнсө аҙым – Башҡортостан Милли архивы сайтында (башархив.рф) ирекле ҡулланылышта булған 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре менән танышыу. Йә булмаһа 1828 йылда индерелгән һәм 1917 йылға тиклем йәшәгән ғәрәп графикаһындағы метрик китаптарҙы, 1795 йылдан 1859 йылға тиклемге осорҙо үҙ эсенә алған ревизия иҫәп алыуҙарын өйрәнергә мөмкин. Был аҙымдар 7-8 быуынға тиклем шәжәрә төҙөргә ярҙам итәсәк.
Оҫталыҡ дәресенә килгән уҡыусыларҙың барыһына ла осрашыу оҡшаны.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com