

11 июлдә Бишбүләк район китапханһында тап ошондай танып-белеү уйыны формаһындағы «Китапхана ихатаһы» үтте. Оҫталыҡ дәресе өсөн кәрәкле материалдарҙы атап әйткәндә, уҡыусыларға акрил буяуҙар һәм бумалалар, йылға ярҙарынан алып киленгән таштар һәм ҙур теләк кенә кәрәк булды.
Тәүҙә балалар ҡабатлау өсөн үҙҙәренә оҡшаған һүрәттәрҙе һайланы, үҙ һүрәттәрен уйлап тапты. Тиҙ арала иң ябай таштар төҫлө буяуҙар ярҙамында әкиәт хайуандарына, балыҡтарға, пейзаждарға һәм башҡа күп нәмәләргә әүерелде.
Үткәрелгән дәрес ҡыҙыҡлы ғына түгел, файҙалы ла икән. Баҡтиһәң, ул художестволы һәм эстетик зауыҡ формалаштырыуға, ныҡышмалылыҡ һәм теүәллек тәрбиәләүгә, фантазия үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән матур биҙәү әйберҙәрен өйҙәренә алып ҡайтты. Килеп сыҡҡан шедеврҙар үҙҙәрен дә, ата-әсәләрен дә оҙаҡ ҡыуандырып торор, тип ышанабыҙ.
Сара асфальтта һүрәттәр төшөрөү конкурсы менән тамамланды.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com