

Урамда йәйәү йөрөү ваҡытын тағы ла файҙалыраҡ үткәрергә, яратҡан китабыңды уҡырға һәм тышта оҙағыраҡ булырға теләһәң, «Ҡояш» китапханаһының аҡланында уҙғарылған сараларға ҡушылырға саҡырабыҙ. Был - балалар китапханаһы эргәһендәге территорияның тематик уйын биләмәһе.
Унда һәр шишәмбе һәм кесаҙна 12:00 сәғәттән 13:00 сәғәткә тиклем күсмә уйындар, әҙәби викториналар һәм оҫталыҡ дәрестәре була.
Китаптар менән дуҫлашыу өсөн йыл һайын үткәрелеүсе «Йәй һәм китап – 2023» йәйге уҡыу конкурсы бик яҡшы мотивация булып тора. Конкурс Өфөгә нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуҙы байрам итеү сиктәрендә уҙғарыла һәм «Беҙ Өфө буйлап атлайбыҙ!» тип атала.
Унда 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар китапханалары уҡыусылары ҡатнаша, улар шәхси һәм команда ярыштарында үҙҙәрен һынай ала.
Йәйге уҡыу конкурсы шарттары түбәндәгесә:
– 20 авгусҡа тиклем кәмендә 15 китап уҡырға кәрәк. Шуларҙың 5-һе – Өфө авторҙарының ижады (6-11 йәш), бүтәне Өфө тураһында китаптар (12-17 йәш) булырға тейеш.
– «Китапхана һинең яныңда!» тигән ижади эш үтәү: һүрәт (6-11 йәш), ВК-клип төшөрөү (12-17 йәш).
Беренсе этапты уңышлы үткән ҡатнашыусылар район китапхана командаһына ҡушылып, 4-8 сентябрҙә үтәсәк «Беҙ Өфө буйлап атлайбыҙ!» ҡала квизында ҡатнаша ала. Конкурс еңеүселәре, квиз призёрҙары һәм еңеүсе команда сентябрь уртаһында үтәсәк бүләкләү тантанаһына саҡырыласаҡ.
Йәй, китап һәм китапхана – ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм файҙалы ял! Нижегородка биҫтәһендә йәшәүсе йәштәрҙе Выгонная урамы, 12 адресы буйынса урынлашҡан 18-се балалар китапханаһында көтәбеҙ.