

Был сараға китапханасылар балалар өсөн «Китап биттәрендәге ҡояш» тигән күргәҙмә-уйын әҙерләне. Акцияла бөтәһе 29 кеше ҡатнашты. Улар иғтибарына урыҫ һәм сит ил яҙыусыларының әкиәттәре, шулай уҡ пазлдарҙан йыйылған йәнһүрәттәр-иллюстрациялар тәҡдим ителде. Балаларҙың бурысы китапты тейешле һүрәт-пазл менән тоташтырыу ине.
Уйын бик мауыҡтырғыс һәм файҙалы үтте: ҡатнашыусылар ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды, көстәрен һынап ҡараны, үҙҙәренең әүҙем, уҡымышлы, аҡыллы икәндәрен күрһәтте.
Акция аҙағында «Беҙ Өфө буйлап атлайбыҙ» тип аталған 2023 йылдың йәйге уҡыу программаһы таратылды. Балаларҙың барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 47-се моделле балалар китапханаһы.