

Китапханасы Алһыу Мостафина «ғаилә» һүҙенең нимә аңлатҡаны, уның роле, һәр кеше өсөн ни тиклем мөһим булыуы тураһында һөйләне. Ҡатнашыусыларҙың иҫенә ғаилә тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙе төшөрҙө. Шулай уҡ балалар «Әкиәттәге ғаилә» викторинаһында ҡатнашты. Китапханаға килгән бөтә уҡыусылар төрлө авторҙарҙың ғаиләһе тураһында яҙған әҫәрҙәре менән танышты. Бирелгән һорауҙарға яуап биреп, иң изге теләктәр яҙылған аҡсәскәләрҙе бүләккә алдылар.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com