

Балалар ваҡытын күңелле үткәрә. Улар парктарҙа уйнай, китап һәм журналдар уҡый, ғаиләләре менән тәбиғәткә сыға, сәйәхәт итә. Яңыраҡ Сибай үҙәк балалар китапханаһы уҡыусылар өсөн «Лукоморье» паркында «Календарҙа – йәй» уйын программаһын үткәрҙе. Ҡатнашыусылар төрлө уйындар уйнаны, әкиәт викториналары һорауҙарына яуап бирҙе, китапхана яҙҙырған гәзит-журналдар менән танышты.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com