+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Китапхана эше йәнле
3 Август 2023, 09:05

«Бергәләп беҙ – ҙур көс»

Бәләбәй ҡалаһының 3-сө китапханаһында «Бергәләп беҙ – ҙур көс, беҙ – Рәсәй иле» патриотик сәғәте үткәрелде.

«Бергәләп беҙ – ҙур көс»«Бергәләп беҙ – ҙур көс»
«Бергәләп беҙ – ҙур көс»

Китапханасы балаларға Рәсәй – 190-дан ашыу халыҡ йәшәгән күп милләтле ил икәнлеге тураһында һөйләп үтте. Ул һәр халыҡтың үҙ теле, милли уйындары, йолалары, хатта үҙенсәлекле кейемдәре бар икәнлеген дә аңлатты. Айырма күп булыуға ҡарамаҫтан, барлыҡ кешеләр бер-береһе менән дуҫ, татыу йәшәргә тейеш икәнен билдәләп үтте.

Сара барышында балалар «Терпе ни өсөн сәнскеле?» тигән йәнһүрәт ҡараны, «Донъяла унан да яҡшыраҡ нәмә юҡ» йырын башҡарҙы, «Ватаным – Рәсәй» өҫтәл уйынын уйнаны.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com  

«Бергәләп беҙ – ҙур көс»
«Бергәләп беҙ – ҙур көс»
«Бергәләп беҙ – ҙур көс»
«Бергәләп беҙ – ҙур көс»
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас