

Ҡатнашыусылар республиканың иҫтәлекле урындары хаҡында яңы мәғлүмәт алды, тыуған төйәгебеҙҙең нимә менән дан тотҡанын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө.
Китапхана хеҙмәткәре милли герой – Салауат Юлаев, башҡорт балы, «Урал батыр» эпосы, Шүлгәнташ ҡурсаулығы, Янғантау, Красноусол минераль сығанағы һәм милли халыҡ музыка ҡоралы – ҡурай тураһында һөйләне. Сара уҡыусыларға Башҡортостан республикаһының тарихы, уның ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирҙе.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com