

Көн һайын тигәндәй төрлө үҙенсәлекле саралар уҙғарылып тора. Бына яңыраҡ та шуларҙың береһе – «Дуҫлыҡ һәм изгелек утрауы» исеме менән үткәрелде.
Балалар ошо төшөнсәләр менән бәйле һорауҙарға яуап бирҙе, тиҙлек, етеҙлек буйынса үҙҙәренең көстәрен һынап ҡараны, ҡыҙыҡлы уйын, ярыштарҙа ҡатнашты. Уларға айырыуса «Дженга» оҡшап ҡалды.
Ҡатнашыусылар ысын дуҫлыҡ ҡиммәттәрен иҫкә төшөрҙө: «Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын», «Яныңда һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырҙай, йыуатырҙай, кәңәш бирерҙәй дуҫың булыуы мөһим», «Дуҫ ауыр саҡта беленер».
Сара матур, сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com