+22 °С
Дождь
VKOKМакс
Китапхана эше йәнле
6 Августа 2023, 05:10

Тамара Хоҙайбирҙина иҫтәлегенә

РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, профессор Тамара Шәһит Ҡыҙы Хоҙайбирҙина – милли мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергән иң билдәле башҡорт бейеүселәренең береһе.

Тамара Хоҙайбирҙина иҫтәлегенәТамара Хоҙайбирҙина иҫтәлегенә
Тамара Хоҙайбирҙина иҫтәлегенә

Шундай бөйөк кешенең иҫтәлегенә арнап Күгәрсен районы Ялсы модулле китапханаһы һәм ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бик матур сара үткәрҙе. Ул данлыҡлы бейеүсенең тормош һәм ижад юлы хәтирәләренә нигеҙләнгән ине.

Балалар тәүҙә Тамара Хоҙайбирҙинаның бейеү сығыштарының видеояҙмаларын ҡараны. Мәҙәниәт ойоштороусыһы күренекле балеринаның тормошо һәм ижады тураһында әңгәмә үткәрҙе. Артабан уҡыусылар Тамара Хоҙайбирҙинаның бейеү хәрәкәттәрен өйрәнде һәм бейеп тә каранылар.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com

Тамара Хоҙайбирҙина иҫтәлегенә
Тамара Хоҙайбирҙина иҫтәлегенә
Тамара Хоҙайбирҙина иҫтәлегенә
Тамара Хоҙайбирҙина иҫтәлегенә
Тамара Хоҙайбирҙина иҫтәлегенә
Тамара Хоҙайбирҙина иҫтәлегенә
Тамара Хоҙайбирҙина иҫтәлегенә
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас