+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Китапхана эше йәнле
8 Август 2023, 04:59

Өфө тураһында китаптар һөйләр

Йәйге каникул көндәрендә Өфө ҡалаһының 48-се балалар китапханаһында уҡыусыларға «Өфө – һүрәттәрҙә» өҫтәл уйыны тәҡдим ителде. Был сара китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан баш ҡалабыҙҙың яҡынлашып килгән 450 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә әҙерләнгәйне.

Балалар Өфө тураһында һорауҙарға яуап бирҙе һәм ҡаланың иҫтәлекле урындарының, тәбиғәтенең, билдәле шәхестәренең фотолары менән пазл­дар йыйҙы. Һорауҙарға яуаптарҙы «Өфө тураһында китаптар һөйләр» күргәҙмәһендә табырға мөмкин ине. Уйын бик мауыҡтырғыс һәм фә­һемле булды.
Мария СИДОРОВА,
китапханасы.
Өфө ҡалаһы,
48-се балалар китапханаһы.

Өфө тураһында китаптар һөйләр
Өфө тураһында китаптар һөйләр
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас