Уҡыусылар янына үҙенең иң матур сәскәле күлдәген кейгән Йәйһылыу ҡунаҡҡа килде. Ул үҙе менән күңелле уйындар һәм йомаҡтар алып килгән. Сара барышында ҡыҙҙар һәм малайҙар әкиәт геройҙарын иҫкә төшөрҙө, йәй тураһында йомаҡтар систе. Улар хатта төрлө уйындар ҙа уйнап өлгөрҙө. Иң ҡыҙыҡлылары – «Үҙ сәскәңде тап» һәм «Ҡояш ҡуяндарын тот».
Балалар Йәйһылыу менән бергә йырлап, «Бәләкәй өйрәктәр бейеүе»н башҡарып, асфальтта һүрәт төшөрөп, байрамды йомғаҡлап та ҡуйҙылар.
Айгөл РӘХИМОВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы,
47-се моделле балалар китапханаһы.