+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
22 Август 2023, 11:17

Чебурашка, тыуған көнөң менән!

Был йәнлекте урманда ла, яланда ла осратмаҫһың. Әммә балалар өсөн китаптарҙа һәм йәнһүрәттәрҙә ул инде нисәмә йылдар йәшәп килә. Хатта тыуған көнө лә бар – 20 август.

Чебурашка, тыуған көнөң менән!
Чебурашка, тыуған көнөң менән!

38-се моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларын Чебурашканың тыуған көнөнә йыйҙы. Балалар уның килеп сығыу тарихын йотлоғоп тыңланы. Бер нисә тапҡыр Рәсәйҙең Олимпия уйындары символы ла булған икән ул.

Китапханаға килеүсе ҡунаҡтар уйындар уйнап, йырҙар йырлап ҡына ҡалманы, үҙ ҡулдары менән сағыу асылмалар ҙа эшләне. Ниндәй тыуған көн һыйлы табынһыҙ булһын инде? Балалар тәмлекәстәр менән дә һыйланды.

Анна ЕГОШИНА, 38-се моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәре.

Өфө ҡалаһы.

 

Чебурашка, тыуған көнөң менән!
Чебурашка, тыуған көнөң менән!
Чебурашка, тыуған көнөң менән!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: