+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
28 Август 2023, 13:00

Командир Шайморатов иҫтәлегенә

Легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө уңайынан Хәйбулла районының балалар моделле китапханаһы Тарих һәм төбәкте өйрәнеү музейы менән берлектә хәрби-патриотик квест-уйын үткәрҙе.

Командир Шайморатов иҫтәлегенә
Командир Шайморатов иҫтәлегенә

Дүрт станциянан торған квест музейҙа башланып китте. Ҡатнашыусылар, хеҙмәткәрҙәр әҙерләгән һорауҙарға яуап биреп, артабан балалар китапханаһына юлланды. Бында улар 112-се кавалерия дивизияһы тураһында мәғлүмәт алды. Шайморатов генерал исемен йөрөткән урам менән танышыу ҙа файҙалы булды. Һуңғы станция – Еңеү паркында ҡыҙҙар һәм малайҙар дивизия составында һуғышҡан яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың ейәнсәре Римма Ибраһимова менән осрашты. Римма Фәттәх ҡыҙы балаларға яугир ҡартатаһы тураһында һөйләне.

Патриотик сара бик матур, фәһемле үтте.

Сәлимә БАЙГИЛДИНА-ҒАФАРОВА.

 

Командир Шайморатов иҫтәлегенә
Командир Шайморатов иҫтәлегенә
Командир Шайморатов иҫтәлегенә
Командир Шайморатов иҫтәлегенә
Командир Шайморатов иҫтәлегенә
Командир Шайморатов иҫтәлегенә
Командир Шайморатов иҫтәлегенә
Командир Шайморатов иҫтәлегенә
Командир Шайморатов иҫтәлегенә
Командир Шайморатов иҫтәлегенә
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: