+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
29 Август 2023, 20:00

Белем иленә – китапханалар менән!

Ошолай тип аталған Асыҡ ишектәр көнө 1 сентябрҙә баш ҡалабыҙҙың бер нисә китапханаһында үтәсәк. Экскурсиялар, акциялар, әңгәмәләр, уйындар, күргәҙмәләр, фотозоналар ҡаралған. Тулы исемлек түбәндә.

Белем иленә – китапханалар менән!
Белем иленә – китапханалар менән!

Үҙәк ҡала китапханаһында (Комсомол урамы, 138) Гөлсинә Сабированың ҡәләмдәр коллекцияһын ҡарау мөмкинлегегеҙ бар. Күргәҙмә 28 сентябргә тиклем эшләй.

10-сы моделле китапхана (Ғафури урамы, 17) һәр теләүсене 12.00 сәғәттә «Сентябрь стилендә» экскурсияһына саҡыра.

Сипайлов биҫтәһе халҡы өсөн 26-сы моделле китапхана ҡыҙыҡлы сара әҙерләй (Маршал Жуков урамы, 11/2).

2-се моделле китапхана (Зәйнәб Биишева урамы, 15) «Мәктәп тормошо серҙәре» акцияһын һәм «Һан байрамы» уйын программаһын ойоштороусы булып сығыш яһай. 12.00 сәғәттә башлана.

13-сө моделле китапхана (Ухтомский урамы, 12) Дим биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн конкурс-уйын үткәрәсәк.

«Уҡытыусыға маҡтау һүҙе» мәғлүмәт сәғәте 14-се китапханала (Әхмәтов урамы, 316) көндөҙгө 12-лә башлана.

20-се моделле китапхана (Аҡназаров урамы, 24) совет педагогы, балалар яҙыусыһы Василий Сухомлинскийға арналған әңгәмәгә саҡыра.

«Белем көнө» уйын программаһы 23-сө китапханала ла (Һәҙиә Дәүләтшина бульвары, 19/1) үтәсәк.

46-сы китапхана (Йәшел урам, 7) Шакша биҫтәһе халҡына «Белем көнө – асыштар көнө» экскурсияһын уҙғара.

15-се китапханала (Юрий Гагарин урамы, 37/1) сара сәғәт дүрттә башлана.

Рәхим итегеҙ!

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: