38-се моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре уҡыусылары өсөн ошо датаға арналған сара үткәрҙе. Китапханасы “терроризм” төшөнсәһен аңлатты, теракт ҡорбаны булмау, ҡурҡыныс янағанда үҙеңде дөрөҫ тотоу, ғүмерҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ни эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләне.
Кеше устары формаһында ҡырҡылған төҫлө ҡағыҙҙарға һәр ҡатнашыусы үҙ теләген яҙып ҡалдыра алды. Был акцияның асылы бергә ҙур көс булыуыбыҙҙы иҫкә төшөрөүгә ҡайтып ҡала. Ошо көс планеталағы барлыҡ кешеләрҙе берләштерә, терроризмға ҡаршы тора, тыныслыҡты һаҡлай ала.
Анна ЕГОШИНА,
Өфө ҡалаһының 38-се балалар китапханаһы хеҙмәткәре.