Китапханасылар тәүҙә август айында билдәләнгән Умартасы көнө тарихы менән таныштырҙы, бал ҡорттарының йәшәйешенә күҙәтеү яһаны, файҙалы бал хаҡында һөйләне. Һуңынан балалар ошо темаға китаптар һайлап алды, уйындар уйнаны. Үҙ ҡулдары менән ҡатырғанан бал ҡорттары һындарын да яһанылар.
Бигерәк күңелле булды.
Рима Гәрәева,
48-се балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.