+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Китапхана эше йәнле
25 Сентябрь 2023, 13:00

Ирина Штанько күргәҙмәһе асылды

Халыҡ-ара матурлыҡ көнөнә баш ҡалабыҙҙағы 47-се моделле балалар китапханаһында йәш рәссам Ирина Штаньконың күргәҙмәһе асылды. Ул “Хайуандар-бәләкәстәр” тип атала.

Ирина Штанько күргәҙмәһе асылды
Ирина Штанько күргәҙмәһе асылды

Һәр килеүсе Ирина Валериевнаның эштәре менән таныша ала. Был йәш ижадсының “Рәсем-әкиәт“ иллюстрацияларын йыйған беренсе күргәҙмәһе. Ҡунаҡтар 2022 – 2023 йылдарҙа яҙылған эштәрҙе күрә ала. Бөтә картиналарҙы ла бала саҡ темаһы берләштерә. Иринаның һүрәттәре төҫлө ҡәләмдәр менән эшләнгән, уларҙан күҙҙе алып булмай.

Күргәҙмә яҡты һәм изге тойғолар уята. Иринаны ижадҡа уҡытыусыһы, тәжрибәле рәссам Ульяна Каледина илһамландыра. Бигерәк матур, һеҙ ҙә килеп күрегеҙ!

 

Любовь ОСНАЧ,

 китапхана мөдире.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: